Сарала юғары уҡыу йорттарынан барлығы 70-кә яҡын йәш яҡташыбыҙ ҡатнашты.
– Һеҙҙең энергияғыҙ, белемегеҙ һәм үҫешкә ынтылышығыҙ – ул Башҡортостандың иң ҡиммәтле капиталы, уның киләсәктә сәскә атыуының нигеҙе. Беҙ һеҙҙе буласаҡ юғары кимәлдәге белгестәр, ғалимдар, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре итеп күрәбеҙ. Бәләкәй ватанығыҙ һеҙҙең ҡайтыуығыҙ һәм иң ҡыйыу проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдыра – тип мөрәжәғәт итте студенттарға Константин Толкачев.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында ентекле һөйләне. Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү, социаль инфраструктураны яңыртыу һәм яңы производстволар булдырыу буйынса алдынғы позицияларын билдәләп үтте. Йәштәр өсөн мөмкинлектәргә, атап әйткәндә Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм Йәштәр хөкүмәте эшенә, яңы башланғыстар өсөн булдырылған төбәк гранттарына, юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусҡа һәм донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәгенә баҫым яһаны ул.
– Республиканы артабан үҫтереү өсөн әүҙем, амбициоз кадрҙар кәрәк. Тыуған республикабыҙ мәнфәғәтенә йәшәргә һәм эшләргә теләгән квалификациялы белгестәр беҙҙә ярҙам һәм карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр табасаҡ, – тип ышандырҙы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.
«Һорау – яуап» форматындағы асыҡ әңгәмә барышында студенттар Башҡортостан парламенты Рәйесенә һорауҙар бирҙе. Һорауҙар төбәктең дәүләт власы органдарына эшкә урынлашыу һәм стажировка үтеү, йәш белгестәргә һәм ғалимдарға ярҙам итеү механизмдары, шулай уҡ республика иҡтисадының төрлө тармаҡтарын үҫтереү тураһында булды.
Осрашыу аҙағында Дәүләт Йыйылышы Рәйесе уҡыуҙағы уңыштары өсөн, ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән студенттарға наградалар тапшырҙы.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Сығанаҡ: Осрашыу.
Фото: gsrb.ru.