Башҡортостанда респиратор инфекциялар менән сирләүселәрҙең артыуы менән бәйле 8 мәктәп һәм өс балалар баҡсаһы тулыһынса карантинға ябылды. Шулай уҡ 46 мәктәптә 133 класс һәм 12 балалар баҡсаһында 15 төркөм эшмәкәрлеге өлөшләтә туҡтатылған. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына Роспотребнадзор хәбәр иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле республикала A(H3N2) йәғни "Гонконг" киҙеүе өҫтөнлөк итә. Уны киҙеү менән ауырыусыларҙың 80 процентында табалар.
Гонконг киҙеүенең үҙенсәлектәре: 40 градусҡа тиклемге юғары температура, көслө тән һыҙлауы, баш ауыртыу, ҡоҫоу, диарея, йүтәл һәм ҡоҫоу ихтималлығы. Ауырыуҙарҙың хәле ҡырҡа һәм бик тиҙ насарая.
Сир барыбыҙҙы ла урап үтһен!
Фото: Башинформ.