Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Өфө район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан йыйылған дәлилдәр суд тарафынан республикала йәшәүсе биш кешегә ҡарата хөкөм сығарыу өсөн етерлек тип таныла. Һәр береһенең роленә һәм ҡатнашлығына ҡарап, улар законһыҙ йортҡа инеү, законһыҙ иркенән мәхрүм итеү һәм үлтереү менән янауҙа ғәйепле тип табыла.
Тәфтиш һәм суд асыҡлауынса, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында 2024 йылдың 30 ноябрендә телефон аша һөйләшеү барышында ике ир араһында конфликт була. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға теләп, уларҙың береһе үҙенең таныштарын ала ла, төндә икенсе ирҙең өйөнә бишәүләп баралар. Енәйәтселәр кеше өйөнә баҫып инә, зыян күреүсенең ҡулдарын бәйләп, ныҡ иткәнсе типкеләп тороп туҡмай, үлтереү менән янай.
Суд өс фигурантты 1 йылдан 2 йылға тиклем һынау срогы менән 3 йылдан 2 айға тиклем шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә.
Уларҙың береһе зыян күргән кешегә рухи зыянды ҡаплау сифатында 560 мең һум түләргә тейеш. Тағы ла ике кеше 200 сәғәт мәжбүри эштәргә хөкөм ителә, һәр береһенән зыян күреүсе файҙаһына рухи зыянды ҡаплау сифатында 50 мең һум аҡса түләтелә, тип хәбәр итә БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/surbskr?w=wall-130469781_16234