Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2025, 16:30

Асия Фәтхиева табылмаған...

22 ноябрҙә Өфө районы Опто ауылында йәшәгән 56 йәшлек Асия Фәтхиева өйөнән сығып китә һәм юғала... 

Асия Фәтхиева табылмаған...
Асия Фәтхиева табылмаған...

Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, шул уҡ көндө киске сәғәт алтылар тирәһендә ул өйөнән яҡынса 40 километр алыҫлыҡта Октябрь проспектындағы 85-се йорттоң күҙәтеү камераһы объективына эләгә - был ҡала Советы алдындағы ҡунаҡхана янында. Шунан һуң ул зым-зыя юҡ була.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары Асия Исмәғил ҡыҙының ҡайҙалығын асыҡлау буйынса эҙләү сараларын дауам итә. Эҙләүҙәргә ирекмәндәр ҙә йәлеп ителгән.

Билдәләре: ҡарамаҡҡа 55-60 йәшлек, буйы яҡынса 170 см, уртаса кәүҙәле, көрән сәсле, көрән күҙле. Аҡ башлыҡ, аҡ пуховик, ҡара төҫтәге джинсы һәм ҡара ботинкалар кейгән. Уның ҡайҙалығын белгәндәрҙең түбәндәге телефондар аша хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ:

Өфө ҡалаһы буйынса 5-се полиция бүлегенең дежур часы 8 (347) 242-77-15,
БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часы 8(347) 279-39-02,
БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны 8(347) 279-32-92
Шулай уҡ 102 номеры буйынса шылтыратырға йәки яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итергә була.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Видео: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас