Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабря 2025, 10:00

Аҡыл ултырырмы икән?

Бүздәк районында иҫерек килеш бер нисә тапҡыр тотолған 19 йәшлек водителде ултыртҡандар. 

Аҡыл ултырырмы икән?Аҡыл ултырырмы икән?
Аҡыл ултырырмы икән?

Благовар район-ара суды урындағы 19 йәшлек егеткә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы. 

Судта билдәләүҙәренсә, 2025 йылдың июлендә егет, ошоға тиклем дә эсеп руль артына ултырған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булһа ла, дуҫының автомобилен иҫерек килеш йөрөтә. Бүздәк районында уны ДАИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатырға маташа, әммә егет законлы талаптарҙы үтәмәй, ҡасып маташа. Ҡулға алынғандан һуң водитель транспорт сараһы менән идара итеүҙән мәхрүм ителә. Медицина тикшереүе уның иҫерек булыуын күрһәтә.

Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный.

Суд уға колония-поселениела 4 айға иркенән мәхрүм итеү һәм 4 йылға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм иткән.

Был турала БР Прокуратураһы хәбәр итә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001210634465

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас