-3 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2025)
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2025, 16:00
Һыуыҡта ярамай
* Сатнама һыуыҡта урамға сығыр алдынан туҡ булыу мотлаҡ, сөнки һалҡында организм энергияны күп сарыф итә. * Өшөйөм, тип артыҡ ҡалын кейенмәгеҙ. Һыуыҡта кешегә йылыныу өсөн иркен хәрәкәтләнергә лә кәрәк. *Үтә ныҡ һалҡында урамға йәки юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ. * Арыһағыҙ , гел танау менән генә тын алығыҙ. Ауыҙ менән тын алғанда һыуыҡ тейҙереүегеҙ ихтимал. Йүгереп йәки атлап арыһағыҙ, туҡтап ял итегеҙ. * Һыуыҡ көндә алкоголь – ҡурҡыныс дошман. Йылыныу өсөн бер ҡасан да араҡы эсмәгеҙ. *Алҡа, йөҙөк, сылбыр һәм беләҙекте өйҙә ҡалдырып тороу яҡшы. Улар ҡолаҡ-ҡулдарҙы өшөтә. *Ҡыш ҡулдар ҡорой һәм ярғыланып йөҙәтә. Бындай осраҡта иң һәйбәт шифа – бал. Уны таҙа тирегә һөртөргә кәрәк. Тәүҙә – үҫемлек майын, һуңынан бал яғаһың. 10 – 15 минуттан һуң йылымыс йәшел сәй йәки башҡа үлән төннәтмәһе менән йыуып төшөрәһең.
Һыуыҡта ярамай
Был кәңәштәрҙең файҙаһы тейһен!
Автор:
Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"