Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2025, 21:25

Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ

Бөгөн  баш ҡалабыҙҙың “Мега” сауҙа үҙәгендә  Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Башҡорт теле көнө уңайынан байрам ойошторҙо.

Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ
Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ


Сарала  башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға теләүселәр өсөн бер нисә майҙансыҡ эшләне. Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары ҡул эштәре, музыка инструменттары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

Бер нисә сәғәт дауамында байрам урынында өфөләр туған телдәрендә аралашты һәм күңел асты. Улар өсөн профессионал артистар һәм йәш таланттар сығыш яһаны. Байрам Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәләштергән “Ямаҡай бәпкә” спектакле менән асылды. HAZINA этно төркөмө, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Әлиә Исҡужина һәм Әлфиә Ғәлләмова, М. Кәрим исемендәге 158-се мәктәптең “Дуҫлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһаны. Тамашасыларға айырыуса “Ғаилә” башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре сығышы оҡшаны - бәләкәстәр бейене лә, шиғыр ҙа һөйләне. Концерт менән бер рәттән актер Шәһит Хамматов һәм тележурналист Ләйсән Мәзитова интерактив уйындар һәм флешмобтар уҙғарҙы.

“Башҡорт теле көнө  – республика халҡы өсөн мөһим көндәрҙең береһе. Уның маҡсаты - туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү. Тел – халҡыбыҙҙың күңел көҙгөһө. Беҙ, үҙ эшмәкәрлегебеҙ ярҙамында телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға тырышабыҙ”, –  ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

Фото:  Пресс-служба АНО по сохранению и развитию башкирского языка.

Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ
Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ
Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ
Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ
Туған телдә аралаштыҡ, күңел астыҡ
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас