Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабря 2025, 06:00

Сөгөлдөр ангинаны дауалай

Ангина менән йыш ауырыйһығыҙмы? Белгестәр фекеренсә, ангинаны 24 сәғәт эсендә дауаларға кәрәк, юғиһә йөрәккә бирә.

Сөгөлдөр ангинаны дауалайСөгөлдөр ангинаны дауалай
Сөгөлдөр ангинаны дауалай

    Был ауырыуҙы  дауалауҙың бик ябай һәм еңел ысулы бар.   Бының өсөн ҡыҙыл сөгөлдөр кәрәк буласаҡ.  Бер сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша ҡырырға һәм бер стакан ошо массаға бер ҡалаҡ 9 процентлы һеркә ҡушырға.  Килеп сыҡҡан ҡатнашаманы 4 сәғәт ҡараңғы урында тоторға. Һуңынан ҡалын туҡыма аша һөҙөп, һуты менән 2 сәғәт ярым һайын тамаҡты сайҡатырға. Сөгөлдөр хроник һәм фоликуляр ангинаны яҡшы дауалай.

Фото:асыҡ сығҡанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас