- Аяҡтарығыҙҙы 20 минут эҫе һыуға тығып ултырығыҙ. Быны мотлаҡ төнгөлөккә эшләргә кәрәк, һуңынан табандарҙы йылытыусы май менән майлап йәки спирт менән ыуып, ойоҡбаштар кейеп ятығыҙ.
- Тымау яфалағанда. Эҫе табала биш ҡалаҡ тоҙҙо ҡыҙҙырығыҙ. Тоҫ ҡыҙғас, уны берәй туҡыманан тегелгән моҡсайға йәки кизе-мамыҡ ойоҡбашҡа һалып, танау уртаһына ҡуйығыҙ. Шулай уҡ йомортҡаны бешереп, берәй кескәй таҫтамалға урап, ҡулланырға мөмкин. Әлбиттә, яндырғансы тоторға ярамай.
- Тамаҡ ауыртып, тын алыуы ауырлашһа: ике картуфты ҡабығын әрсемәй генә һыуҙа бешерегеҙ. Бешкәс һәр береһен дүрт өлөшкә бүлеп, кире ҡайнар һыулы кәстрүлгә һалығыҙ һәм өс тамсы йод, бер нисә тамсы эвкалипт майы өҫтәгеҙ. Һуңынан таҫтамал алып ҡапланып, ошо быу менән тын алығыҙ. Тик һаҡ булығыҙ, эҫе боҫ тамағығыҙҙы, таныуығыҙҙы яндырып ҡуймаһын. Мөмкин тиклем тәрән итеп тын алығыҙ. Ингаляция көслө тымауҙан һәм тамаҡ ауыртыуҙан ярҙам итә.
- Тамаҡ ныҡ ауыртһа, нимә эшләргә? Сайҡатырға. Эйе, тап шулай. Кемдәрҙең уның дауалау һөҙөмтәһенә ышанып етмәй, әммә юҡҡа ғына. Тамаҡты йылы һыуға сода, тоҙ һәм бер нисә тамсы йод ҡушып ни тиклем йышыраҡ сайҡатаһың, шул тиклем яҡшыраҡ.
Шулай уҡ тамаҡҡа бер ҡалаҡ бал һалып, уны оҙағыраҡ йотмай торорға тырышығыҙ. Һәм дә муйынға йод менән сетка эшләп, шарф менән уартып ятығыҙ.
- Ҡурай еләге. Шулай уҡ күптән билдәле һәм бик һөҙөмтәле дауалау сараһы. Температурағыҙ булһа, ҡурай еләгәе һәм ҡарағатлы сәй уны төшөшөргә булышлыҡ итер. Киҙеүҙә ғәҙәттә температура - 37,5 тирәһе була. Дарыу эсергә ярамай, ә тән емерелеп килә. Бына шул ваҡытта йылы һыуға бер ҡалаҡ малина бутап, бер тынала эсеп ҡуйырға кәрәк. Ҡарағат менән бал да ҡушһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Тирләтеп ебәрер һәм температурағыҙ ҙа төшөр. Уранып, юрған аҫтына ятырға ғына ҡала.
- Һуған һуты – киҙеү менән ауырығанда иң тәүге ярҙамсыларҙың береһе. Бер нисә тамсы һутын танауға тамыҙып тымауҙы дауалап була. Ә инде отит яфалаһа, һәр ҡолаҡҡа икешәр тамсы тамыҙырға.
- Тауыҡ һурпаһы. Ауырый башлағандың тәүге көндәрендә эскәндә, ысынлап тылсымға эйә. Һурпаны эҫе килеш һәм йыш эсергә. Ҡоротлап, өҫтәүенә йәшел һуған да ҡушып ебәрһәгеҙ, бигерәк һәйбәт.
- Кәбеҫтә япрағы баш ауыртыуын баҫа һәм температураны төшөрә. Тәүҙә уны берәй осло әйбер менән тишкеләп сығығыҙ, һуты сыҡһын. Шунан майңлайығыҙға һәм соңҡағыҙға ябығыҙ. Яуклҡ менән бәйләп ҡуйырға мөмкин. Тән температураһына тиклем йылынғас, икенсе яғы менән әйләндереп ҡуйығыҙ.
Иғтибар! Әгәр ҙә өс көн буйы юғары температура төшмәй икән, табипҡа мөржәғәт итегеҙ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.