

Эмалле таҙа кәстрүлдә берәр стакан ҡарабойҙай оно менән ит үткәргес аша үткәрелгән әстерхан сәтләүеген һәм балды бергә ҡушып бутап, быяла банкаға бушатығыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр көнө буйы ошо ҡатнашманы ашағыҙ. Башҡа бер аҙыҡ та ашарға ярамай, тик һыу эсергә генә мөмкин.
Алаты аҙна шулай ҡабатлағыҙ. Һуңынан бер айҙан һуң йәнә дауаланыуҙы дауам итегеҙ. Тәүге курстан уҡ ҡалҡан биҙендәге төйөн кәмер, ә икенсеһенән һуң юҡҡа сығыр. УЗИ тикшереүе үтергә онотмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.