Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2025, 16:20

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

 Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы  етәксеһе  Владимир Севастьянов һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, юлда йөрөүселәргә  мөрәжәғәт итте.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

 Республикала ҡар яуҙы,  юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Бл-патруль хеҙмәте экипаждары юл-транспорт  ваҡиғалары ихтималлығы ҙур булған участкаларҙа дежурҙа тора. Һүҙ М-5 һәм М-7, Өфө-Ырымбур, Өфө-Инйәр-Белорет, Өфө-Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә, шулай уҡ Өфө-Яңауыл юлдары хаҡында бара.

 “Юлда йөрөүселәргә, айырыуса төндә, һауа шарттары яҡшырғанға тиклем, юлға сығыуҙан тыйылыуҙарын һорайым. Юлға сығыу кәрәк булһа, автомобилегеҙ төҙөк булһын. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ», — тип иҫкәртә Владимир Севастьянов.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисәге көндән алып Башҡортостанда ике үлемесле авария теркәлде – Краснокама районында  53 йәшлек ҡатын, Әбйәлил районында 21 йәшлек егет һәләк булды.Улар йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас