Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2025, 06:00

«Тунлы» минтай

Минтай балығын ҡыҙҙырһаң да, бешерһәң дә бик ҡоро була. Ә бына түбәндәге рецепт буйынса ул бик һутлы булып бешә.

«Тунлы» минтай«Тунлы» минтай
«Тунлы» минтай

Балыҡты йыуып, таҙалап, 4 –5 см ҡалынлығындағы киҫәктәргә бүлергә, тоҙларға. Табаны майлап, минтайҙы теҙергә, өҫтөнә күп итеп һуған, помидор, ҡырғыстан үткәрелгән кишер һалырға, тоҙ һибергә. Майонез һыларға ла, 200 градусҡа йылытылған мейестә 40 – 45 минут бешерергә.

 

Фото: ru.pinterest.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас