

Ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Ҡытай сығанаҡтарында сәй бәшмәге беҙҙең эраға тиклем 250 йыл элек самаһы уҡ телгә алына. Ҡытайҙар уны “сәләмәтлек һәм үлемһеҙлек эликсиры” тип йөрөтә һәм аш эшкәртеүгә һәм энергияны баланста тоторға ярҙам итә, тип иҫәпләгән. Японияла ла был эсемлек бик популяр була. Рәсәйгә ул Ҡытайҙан килеп ингән, ахыры. Байкал аръяғында сәй кеүәҫе XIX быуатта уҡ тарала башлай. Уны ҡайһы бер ауырыуҙарҙан дауалау сараһы булараҡ ҡулланғандар. Ә XX быуат уртаһынан ул бик күп рәсәйленең яратҡан эсемлегенә әүерелә.
Шифалы үҙенсәлектәре
XX быуат уртаһында сәй бәшмәге менән ғалимдар ҡыҙыҡһына башлай. Иң беренсе булып Германияла уның шифалы үҙенсәлектәрен тикшергәндәр. Улар был үҙенсәлекле бәшмәктә бик күп глюкон, лимон, һөт, һеркә, алма, койе кислотаһы, ферменттар, С, РР, В төркөмө витаминдары, шәкәр, кофеин һәм ниндәйҙер кимәлдә этил спирты булыуын асыҡлаған.
Ҡарттарҙа гипертония булғанда уны иртән һәм кис 40 тамсы арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе ҡушыып, яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Йоҡоһоҙлоҡтан тағы ла 30 тамсы бөтнөк, бесәй, ҡан үләне төнәтмәләре ҡушырға ярай.
Ҡанда холестеринды кәметеү өсөн сәй кеүәҫенә һарымһаҡ төнәтмәһе (1/3 стаканға 10 тамсы) ҡушалар һәм өс ай буйы ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр эсергә. Бындай дауалау курсы йылына дүрт тапҡыр уҙғарыла.
Кемдәргә ярамай?
Әммә бар кешегә лә берҙәй файҙаһы тейә, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Кемдәрҙең хроник сирҙәре бар, уларға сәй бәшмәге кеүәҫен ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ. Бигерәк тә ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә һаҡ булырға кәрәк. Гастрит, ашҡаҙан сей яраһы булғанда был эсемлектән тулыһынса баш тартырға кәңәш ителә, юғиһә организмға файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал.
Шәкәр диабеты менән сирләүселәргә лә был эсемлекте эсеү ҡәтғи рәүештә тыйыла, сөнки уның составында шәкәр бар.
Эсемлек шулай уҡ бәшмәк ауырыуҙарын ҡуҙғытып ебәреүе мөмкин. Шунлыҡтан ниндәйҙер шуға оҡшаш менән ауырып, дауаланған булһағыҙ, сәй эсеүҙән баш тартып тороғоҙ.
Шулай уҡ ауырлы, бала имеҙеүсе ҡатындарға һәм 3 йәшкә тиклемге балаларға уны эсеү тыйыла.
Сәй бәшмәге аллергия ла тыуҙырыуы ихтимал. Тимәк, аллергиктарға ла бик һаҡ булыу зарур.
Бынан тыш, төрлө дарыуҙар ҡулланған ваҡытта, шул иҫәптән антибиотиктар эскәндә, сәй бәшмәген ҡулланмай тороу дөрөҫ булыр.
Үрсетеү
Бәшмәк өсөн туҡланыу мөхите – 10 процент шәкәр иретмәһе ҡушылған сәй. Ул тығыҙ һауытты яратмай, шунлаыҡтан өс литрлыҡ банка алырға һәм һауа инһен өсөн өҫтөн марля менән ҡапларға кәрәк. Бәшмәк ҡатлам-ҡатлам булып үрсей. Көслө яҡтылыҡ һәм артыҡ һалҡын уның үҫешен һәм үрсеүен тотҡарлай. Әүҙемлеген юғалтмаһын өсөн уны аҙнаһына бер тапҡыр йылымыс һыу менән йыуып торорға онотмағыҙ.
Оҙағыраҡ торған һайын, ул нығыраҡ әсей.. Мәҫәлән, 3 – 4 көнлөк төнәтмәлә кислота 0,05 процент тәшкил итә, ә ике аҙна төнәтелгәндә ике тапҡырға күберәк.
7 – 8 көн төнәтелгән сәй бәшмәге иң шифалыһы һанала.