

Алюмин һауытта ризыҡ тиҙ бешә. Әммә бындай табаларҙа, кәстрүлдәрҙә аҙыҡ әҙерләмәгеҙ. Был металл йылынған ваҡытта зарарлы матдәләр бүлеп сығара һәм улар аҙыҡта тороп ҡала. Шулай уҡ бешергәндә аҙыҡтағы С витамины тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Алюминға һөт, ҡатыҡ һалып оҙаҡ тотһағыҙ ҙа ул реакцияға инә. Кеше организмына тәүлегенә 50 мг-нан артыҡ алюмин эләгеүе зарарлы. Ул хәтерҙе насарайта, нерв системаһын зарарлай, яман шеш сирҙәрен килтереп сығара. Альцгеймер ауырыуына сәсбәпсе булыуы мөмкин.
Фото: santreyd.ru