Машиналар физик һәләттәре сикләнгәндәргә идара итергә ярҙам итеүсе уңайлыҡтар менән йыһазландырылған. Әгәр табип техника кәрәклеген раҫлаһа, автомобиль ете йыл һайын яңыртыла. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл бындай автомобилдәрҙе 39 кеше алған. Ведомствола билдәләүҙәренсә, социаль һәм профессиональ реабилитаци сараһын СФР бүлексәһе тәьмин иткән кешеләр автомобилгә хоҡуҡлы. Инвалидтарға махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған “Лада Гранта” һәм “Лада Веста” автомобилдәренең моделе бирелә. Шулай уҡ машина хужаларына ОСАГО страховкалау хаҡының яртыһы компенсациялана.
Фото: Башинформ.