Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2025, 07:30

Гранат ҡабығы ла бик шифалы

  Уны дизентерия, сальмонеллез, ҡорһаҡ тифы, аппендицит, ашҡаҙан һәм эсәктәр сей яраһы, колит, дисбактериоз кеүек  ауырыуҙарҙы  дауалауҙа  файҙаланалар. 

Гранат  ҡабығы ла бик шифалыГранат  ҡабығы ла бик шифалы
Гранат ҡабығы ла бик шифалы

 10 – 20 г киптерелгән   гранат ҡабығына 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп өҫтөн ябырға һәм 25 – 30 минуттан һуң эсә башларға мөмкин.   Һуңынан ҡабығын ташларға ярамай, артабан дауам итергә мөмкин.  Һанап үтелгән ауырыуҙарҙың барыһы өсөн дә төнәтмә бер төрлө әҙерләнә, әммә ҡулланыу айырыла.  Дизентерияны, сальмонеллезды, ҡорһаҡ тифын, холераны, аппендицитты биш сәғәт эсендә дауалау өсөн  төнәтмә шулай ҡулланыла:

25 – 30 минут төнәткәндән һуң   яртыһын эсергә (ярты стакан).  10 минуттан һуң үҙегеҙҙе һау-сәләмәт итеп тойҙоғоҙ икән, тимәк,  ябай эс ауырыуы ғына булған.  Ә инде 10 минуттан хәлегеҙҙең яҡшырыуын тоймаһағыҙ, өс сәғәттән һуң ҡалған яртыһын эсеп ҡуйығыҙ.  Дауалау процесы өс сәғәт дауам итә, 5 сәғәттән һуң иһә ауырыу тулыһынса һауыға.

Бер аҙна эсендә ашҡаҙан һәм эсәк сей яраһын, колит һәм дисбактериозды дауалау өсөн  әҙер төнәтмәне түбәндәгесә ҡулланырға: Көн дауамында уртаса 90 – 100 мл эсергә кәрәк. Йәғни көнөнә дүрт тапҡыр 20 – 25 мл эсергә.  Тәүгеһен иртәнсәк ас ҡарынға, һуңғыһын йоҡлар алдынан эсергә кәңәш ителә.  Көн һайын эсергә лә түгел, ә  көн аша эсергә кәрәк. Йәғни дүшәмбе, шаршамбы,  йома, йәкшәмбе эсһәң, аҙнаның ҡалған көндәрендә ял итергә ҡушыла. Тулыһынса һауығыу өсөн ошо етә.  Әгәр ҙә  кемдер  дауалауҙы дауам итергә теләһә, бер аҙна үткәс кенә рөхсәт ителә.

Иғтибар!

*Дауалау процесында төнәтмәне һөҙөргә ярамай, уны төнәтеүҙе дауам итергә кәрәк.

*Дауаланыу осоронда спиртлы эсемлектәр тыйыла.

* Һанап үтелгәндәрҙән тыш, Гиппократ ошо төнәтмә менән  ҡырҡылған яраларҙы дауалаған.  Яраға төнәтмәгә манып  алынған таҙа туҡыма ябыла.  Был туҡыма яра бөтәшкәнсе еүеш булырға тейеш.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас