Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2025, 08:05

Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының өлкән актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Һөйәрғолов арабыҙҙан китте. Уға 92 йәш ине... Хушлашыу  иртәгә сәғәт 10-да.  

Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!
Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!

 

Муллайән Зыяитдин улы Һөйәрғолов 1934 йылдың 21 ноябрендә Бөрйән районының  Байназар ауылында тыуған. 1959 йылда А.Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтының(хәҙер Рәсәй театр сәнғәте институты)  башҡорт студияһын тамамлай. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. СССР халыҡтарының бөтә Рәсәй театр сәнғәте драматургияһы фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972), Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған (1972) һәм халыҡ (1986) артисы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас