Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2025, 17:00

Һарымһаҡтан шәп дауа!

Ул йөрәк өсөн бик файҙалы, ҡанды таҙарта, иммунитетты нығыта. 

Һарымһаҡтан шәп дауа!
Һарымһаҡтан шәп дауа!

     12 бүлкәт һарымһаҡты һәр береһен 4 өлөшкә бүлеп, үтә күренмәле шешәгә һалырға. Өҫтөнә 3 стакан ҡыҙыл шарап ҡойорға һәм ҡапҡасын ябып, ике аҙна ҡояшта тоторға. Көнөнә ике-өс тапҡыр болғатып торорға онотмағыҙ. Ваҡыты үтеү менән һөҙөп, үтә күренмәгән шешәгә ҡойорға.
Был дауаны бер ай буйы көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә. Организмдан тоҙҙарҙы сығарырға, эшкә һәләтлелекте күтәрергә, ҡанды таҙартырға, имунитетты яҡшыртырға, ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итә. Йөрәк өсөн бик файҙалы, ҡанды таҙарта, артыҡ майҙарҙан арынырға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуынан да шифаһы ҙур. Организмды зарарлы матдәләрҙән арындыра.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас