Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2025, 13:05

Зубрҙарҙы күрергә теләүселәр күп

  Мораҙым тарлауығы биләмәһендә Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар йәшәй башлағас паркка килеүселәр һаны күбәйгән.

Зубрҙарҙы күрергә теләүселәр күп
Зубрҙарҙы күрергә теләүселәр күп

Был хаҡта Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов Республикаға идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында белдергән.

 

Бөгөн беҙҙә 23 зубр көн итә. Улар үҙҙәрен яҡшы тоя, ҡар ятҡас та  вольерға төшә. Паркка теләгән һәр кем килә ала.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың ғинуарында республикала зубр үрсетеү башланды.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас