Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2025, 16:36

Яугир яҙыусыға "Ҡаһарманлыҡ" ордены тапшырылды

Ә уның әсәһе Ейәнсура районы булдырған "МХО яугире әсәһе" миҙалы менән бүләкләнде.

Яугир яҙыусыға "Ҡаһарманлыҡ" ордены тапшырылды
Яугир яҙыусыға "Ҡаһарманлыҡ" ордены тапшырылды

Яҙыусылар союзы ағзаһы Сабит Фазлыев вафатынан һуң "Ҡаһарманлыҡ" ордены менән наградаланды. Ул Өфөлә Ейәнсура районының яҡташтар осрашыуында яугирҙең тормош иптәше Дилә Миңлеәхмәт ҡыҙына тапшырылды. Яугир-яҙыусының әсәһе Гөлшат апай  иһә «МХО яугире әсәһе» исемле миҙал менән бүләкләнде.

Ейәнсуралар үҙенең талантлы яугирен онотмай һәм исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡара. Сабит Фазлыев эшләгән бинала уға мемориал таҡтаташ асылды, тыуған ауылында хәтер кисәһе үтте, шулай уҡ "Ейәнсура таңдары" гәзите әҙәби әҫәрҙәр конкурсы ойошторҙо. Өфөлә үткән осрашыуҙа ла Сабит Фазлыевтың исемен мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Һүҙ әҙиптең «Ҡара этап» романы хаҡында һүҙ барҙы, киләсәктә ул рус телендә донъя күрәсәк, шулай уҡ әҫәр буйынса спектакль ҡуйыу күҙаллана. 

Билдәле яҙыусы Сабит Фазлыев 2024 йылда махсус хәрби операцияла һәләк булды.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас