"Театр һәр йыл аҙағында кескәй тамашасыларыбыҙға бүләк итеп Яңы йыл әкиәте әҙерләй. Быйыл да был матур йоланы дауам итеп, 20, 21 декабрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры "Аҡ ҡанатлы хыялым" (А. Симуков) спектакле премьераһына саҡыра! Музыкаль әкиәт жанрындағы тамашаны Рената Насибуллина инсценировкаһы буйынса режиссер Фирғәт Ғарипов ҡуя," - тип хәбәр итәләр театрҙың әҙәбиәт бүлегенән.
Рәссамы - Алина Нуриманова, хореографы - Александр Родионов, композиторы - Максим Дунаевский, Урал Иҙелбаев. Спектаклдең башҡорт теленә тәржемә авторы Гөлназ Ғәлиева.
Театр сәхнәһендә 20 декабрҙән 10 ғинуарғаса барасаҡ "Аҡ ҡанатлы хыялым" спектакленә килгән балаларҙы ҡупшы шыршы янында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы аласаҡ. Улар менән бергә йырлап-уйнап күңел асҡандан һуң кескәйҙәр мажаралы әкиәт иленә юлланасаҡ. Мөғжизәгә тулы мәлде театр менән бергә үткәрегеҙ!