Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2025, 16:00

Тормош – әсәй түгел

Тормош – әсәй түгел. Тигеҙ итеп Бүлеп бирмәй бәхет бәлешен, Кем өлгөрә – эләктереп ҡала Шул бәхеттең елле өлөшөн.

Тормош – әсәй түгелТормош – әсәй түгел
Тормош – әсәй түгел

Браттар, блаттар ала матур өлөш,
Кемдер аҫтан ғына сәлдерә,
Намыҫ менән донъя көтөүселәр
Ҡалдығына ғына өлгөрә.

 

Өлгөрөүе тағын икеле шул -
Ғәҙеллектең күҙе бәйләнгән…
Шуға, ахыры, күпме бәндәләрҙең
Ҡулы бәйһеҙ, башы әйләнгән!

 

Нәфсеһенә хужа була алмай,
Йәшәй күптәр донъя ҡосаҡлап…
Ике метр ер ҙә етә бит ул!
Ә һаталар ерҙе гектарлап…

 

Шулай тейеш һымаҡ күнеп бөттөк…
Сараһыҙҙан инде был күнеү.
Ғүмер үтеп, олоғая килә
Борсомаҫмы икән үкенеү?

 

Таҙа намыҫ менән ғүмер итеү -
Үҙе ҙур ҡаҙаныш бит инде!
… Бурҙар урлай беҙҙең өлөштәрҙе –
Бына ошо ҡыра күңелде…

 

(Фирүзә Абдуллина)

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас