

Төп таянысы, илһам сығанағы - ғаилә!
Махсус хәрби операция яугиры, МХО ветерандары ассоциацияһының Учалы ҡалаһындағы вәкиле, “Башҡортостан геройҙары” программаһы финалсыһы Ринат Хөснийәров - Тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ өлгөһө.
Һуғыш иләге аша үткән, ауыр һынауҙар кисергән Ринат Хөснийәров ябай ғаиләлә тыуып-үҫкән: атаһы Хәкимйән Ғәзизйән улы - электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, әсәһе Мәфтуха Вәкил ҡыҙы - ветеринар табибы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Ринат 12-се башҡорт лицейында тарих-хоҡуҡ класында уҡый, дзюдо менән шөғөлләнә, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Лицейҙы тамамлағандан һуң ул ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау буйынса слесарь, экскаватор машинисы һөнәрҙәрен ала, 2007-2009 йылдарҙа хәрби идара итеү төркөмө бүлексәһе командиры вазифаһында 35-се ракета дивизияһында хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң Ринат сәнәғәт предприятиеларында - "Солтан руднигы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 2010 йылда Ахун һылыуы Альбина Сәлимйән ҡыҙы менән ғаилә ҡора, улдары Арсен тыуа. Һәүетемсә генә барған көйлө тормошто һуғыш болғап ебәреп, тулыһынса үҙгәртә.
Мобилизация башланғас та, Ринат Хөснийәров махсус хәрби операциянан ситтә ҡалмаҫын тойғандай, саҡырыуҙы көтмәй, алалармы-юҡмы икәнен белешер өсөн, үҙе хәрби комиссариатҡа бара. Барһа, уның шәхси эше әҙер ҙә ятҡан була. Эштәрен тамамларға ике аҙна ваҡыт бирәләр һәм шунан һуң Пензаға артиллерия инженер институтына оҙаталар. Юғары хәрби уҡыу йортонда Башҡортостан егеттәренән тыш Пенза, Ульяновск өлкәләренән дә ир-егеттәр йыйыла. Ринатты барыу менән разведчиктар ротаһының дүртенсе взводының 2-се бүлексәһе командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Бала сағынан “Мерседес-Бенц” машинаһы менән ҡыҙыҡһынған Ринат Хөснийәров үҙенә “Бенц” позывнойын ала. Әҙерлек полигондарҙа үтә, яугирҙарҙы тактик алыштарға, төрлө орудиеларҙан, шул иҫәптән танкыға ҡаршы орудиеларҙан да атырға өйрәтәләр, медицина ярҙамы дәрестәре лә уҙғарыла. Әҙерлектән һуң уларҙы Көньяҡ хәрби округына ебәрәләр. Алда уларҙы нимә көткәнен бер кем белмәй, әммә барыһы ла тик яҡшыға өмөтләнә. Ринат та яуға инер алдынан яҡындарын, борсолмағыҙ, тип тынысландырырға тырыша: “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!”
Беренсе алышты ул һис ҡасан онотмаясаҡ: бер яҡтан танкылар үлем сәсә, икенсе ятҡан минометтар ерҙең аҫтын-өҫкә әйләндерә, өҫтән квадрокоптерҙар гранаталар ырғыта... ВСУ-ның ҡаты уты тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Киноларҙа ғына күргән һуғыштың уртаһында ҡалған, бының ысынбарлыҡта булыуына һуңғаса ышанмаған яугирҙарҙың бөтәһе лә тәүге минуттарҙа, бәлки шаңҡып та ҡалғандыр, әжәл алдында үҙҙәренең көсһөҙлөгөн тойғандыр, әммә бер кем дә ҡасмаған, ҡоралын һалмаған - подразделение хәрби заданиены үтәгән.
- Бер мәл дрондан Ф-1 беҙҙең плащ-палатка өҫтөнә генә килеп төшмәһенме! - тип һөйләй Ринат. – Һәм ниндәйҙер ғиллә менән, бәхетебеҙҙән, граната шартламаны! Мөғжизәме был хәл? Әлбиттә!
Шул яу барышында яҡында ғына шартлаған снаряд тулҡыны Ринатты ергә атып бәрә, тотошлай тупраҡ менән күмә. Сит ерҙең ҡуйынында ҡыбырлай ҙа алмай ятҡан сағында яугирҙың Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорауҙан башҡа бер сараһы ла ҡалмай... Һәм уны күктә ишетәләр, ул тере ҡала. 2022 йылдан алып 2024 йылға тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Бенц” нисә тапҡыр үлеп терелде, нисәмә тапҡыр әжәл тырнағынан ҡотолоп өлгөрҙө икән? Был һорауға аныҡ яуап юҡ. Ләкин ғүмерҙең һәр секунды ла ни тиклем ҡәҙерле булыуын белеп сыға яугир ут эсенән: “Ҡан-ҡойошҡа өйрәнеп булмай, иптәштәрҙең дә үлеме һәр саҡ тетрәндерә. Шуға ла һуғышта атеистар ҡалмай, һәр кем Хоҙайға һыйына. Хәрби заданиеларҙы үтәргә барыр алдынан йөрәк ҡалтырап торһа ла, яугирҙар үҙҙәрен ҡулға ала, ҡуйылған бурыстарҙы үтәй”.
Лидерлыҡ сифаттарына эйә теремек, ғәҙел холоҡло, алсаҡ Ринат алыштарҙа икенсе кеше - һалҡын ҡанлы, тыныс, йыйнаҡ. Командирҙың үҙ-үҙенә ышанысы, тыныслығы, ҡыйыулығы һалдаттарына ла батырлыҡ, ныҡлыҡ өҫтәй. Ә инде заданиены үтәп ҡайтҡандан һуң башҡорт егете ең һыҙғанып, аш-һыу әҙерләргә керешә: “Егеттәр, бөгөн мин һеҙҙе бишбармаҡ менән һыйлайым!” Ә икенсе юлы һис тә ялҡауы килмәй, хас та шеф-ашнаҡсы ише оҫта ғына итеп мантылар эшләй һала. Ул ғынамы ни, яу шарттарында ҡамыр ҡуйып ебәреп, пицца бешереп ашата! Был уның психик торошо өсөн үҙенә күрә һаҡлыҡ, ярҙам сараһы булғандыр ҙа: әйтерһең дә, һуғыш та юҡ, донъялар имен, иң яҡын дуҫтары менән бергә осрашыуға йыйылғандар ҙа, усаҡ янында мәрәкәләшеп, йылмайып-көлөп һөйләшеп ултыралар. “Уй, телде йотһаҡ, үҙегеҙ ғәйепле!” – тип командир-“ашнаҡсыны” маҡтай-маҡтай, тәмле аштарҙы йыпырған ир-егеттәр өсөн дә өй йылыһын иҫләткән ризыҡтар яралы йәндәрен имләгәндер, көс, өмөт өҫтәгәндер...
- Минең бүлексәлә һигеҙ һалдат ине, дүртәү генә ҡалдыҡ... - ти Ринат Хөснийәров. – Һуңғы алышта блиндажға танк снаряды эләккәс, унан бер ни ҡалманы. Мин плащ-палатка менән ҡапландым, шуның аша ла бөтә донъяның ҡып-ҡыҙыл булып балҡыуы күренде. Шаңҡытты. Бер ни ишетмәнем, күкрәк тултырып тын ала алманым. Пилотһыҙ осоу аппараттары туҡтауһыҙ һөжүм итте. Егеттәргә, тик кенә ятығыҙ, ҡымшанмағыҙ, беҙҙе, үлгән, тип уйлаһындар, тинем. Ә коптер китмәй ҙә китмәй, һаман ҡарай, күҙәтә. Яралы килеш ике сәғәттән ашыу ҡыбырламай ҙа ятыу бик ауыр, бөтә тән ойоно... Саҡ ҡына форсат тыуыу менән үҙебеҙҙең позициялар яғына ынтылдыҡ...
Ауыр яраланған Ринат госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң демобилизациялана. Һуғышҡа тиклем бер көйө генә йәшәп ятҡан егеттең тормошо 2022 йылдан алып туҡтауһыҙ үҙгәреп тора: бына ул, кисәге яугир, төҙөлөш компанияһында мастер булып эшләп йөрөй, муниципаль һәм дәүләт һатып алыуҙары буйынса курстарҙы тамамлай, ә бер аҙҙан 5-се һанлы мәктәптә “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау” дәрестәренән уҡыта башлай һәм үҙе лә парта артына ултыра - Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында “Психология һәм педагогика” специальносын һайлай. Уның араһында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, МХО яугирҙары менән бергә әллә күпме сараларҙа ҡатнашырға өлгөрә.
Республикала “Башҡортостан геройҙары” программаһы башланғас, Ринат та проектта ҡатнаша һәм учалылар Азамат Мөхәмәтов, Заһир һәм Наталья Вәлиевтар менән бергә финалсылар иҫәбенә эләгә. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов етәкселегендә үткән стажировка ваҡытында Ринат Хәкимйән улы муниципаль идара итеү практикаһы менән таныша, йәмәғәт сараларында, эшлекле кәңәшмәләрҙә ҡатнаша, социаль инфраструктура объекттарында була. Әлеге ваҡытта ул райондың мәғариф бүлегендә дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙар буйынса белгес булып эшләй.
Яугир иптәштәре менән йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар вәкилдәре, балалар, йәштәр менән осрашыуҙар ваҡытында Ватанға һөйөү, спорт, хәүефһеҙлек, МХО зонаһындағы хеҙмәт тураһында һөйләйҙәр, шул темаға күргәҙмәләр ойошторалар, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә, МХО ветерандарына ярҙам күрһәтәләр, тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса өмәләр, баскетбол, кикбоксинг буйынса ярыштар, хәрби-спорт уйындарын үткәрәләр. Мәҫәлән, ДОСААФ, спорт комитеты, Азамат Мөхәмәтов менән берлектә ойошторған “Урал батыр уҙыштары” иң сағыу спорт сараларының береһе булараҡ район тарихына яҙылды. Ҡатмарлы ун этаптан торған ярышта хәрби хәрәкәттәр ветерандары, студенттар, ойошма һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре көс һынашып, яугирҙарҙың һуғышта яҡынса ниндәй ауырлыҡтар аша үтеүен үҙ елкәһендә татыны.
- Һуғышта физик әҙерлек мөһим роль уйнай, етеҙлегең, сослоғоң, көсөң - һинең ҡалҡаның, - ти Ринат Хәкимйән улы. – Шуға ла үҫеп килеүсе быуын менән осрашҡанда мотлаҡ спорт менән шөғөлләнергә, әүҙем сәләмәт тормош алып барырға өндәйем. Бигерәк тә ир-егеттәргә көслө булырға кәрәк. Илде һаҡлау борон-борондан беҙҙең иңдә, беҙҙең яуаплылыҡ. “Урал батыр уҙыштары”н йыл да үткәрергә ниәтләйбеҙ. Үҙем белем алған Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты ла ошо сарала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡыҫҡаһы, ҡул ҡаушарып ултырырға ваҡыт юҡ, тормошҡа ашыраһы ниәттәр, эштәр бик күп һәм миңә был тормош оҡшай!
Башҡортостан Республикаһы Ветерандар союзы ассоциацияһы ағзаһы, ирекмән, патриотик саралар ойоштороусы Ринат Хөснийәровтың төп таянысы, илһам сығанағы - ҡатыны менән улы. Яратып һәм яратылып йәшәгән, артабан да үҫергә, башҡаларға ярҙам итергә ынтылған батыр егеткә “йәшел ут” - изге ниәттәре тормошҡа ашһын!
Фото: Хөснийәровтарҙың ғаилә архивынан.