

Тәбиғәт Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ысын ҡышҡы һауа торошо менән ҡыуандырмаясаҡ. Ағымдағы йыл дауамында температура тирбәлеүе аптырашта ҡалдырасаҡ. Киләһе йылдың беренсе айында уҡ беҙҙе сюрприз көтә. Синоптиктар көслө һыуыҡтар фаразламай, һауа температураһы 0 градус күрһәтәсәк. Ғинуарҙа төндә ҡайһы берҙә генә һыуыҡ буласаҡ.
«Фобос» үҙәге лә ғинуарға һауа торошон фаразлай.
Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙып барған йылдың һуңғы көнөндә һәм яҡынлашып килгән йылдың тәүге көнөндә көндөҙ -4 градус булыуы көтөлә. Яңы йыл төнөндә термометр бағанаһы -9 градусҡа тиклем төшә.
Һыуытыу 2
ғинуарҙа башлана, көндөҙ -8 градус булыуы көтөлә. 5, 6 һәм 7 ғинуарҙа төнгө сәғәттәрҙә -20 градустан түбәнерәк булыуы көтөлә. 5 һәм 6 ғинуарҙа көндөҙ бер аҙ йылыраҡ: -16, -17 градус. Киләһе көндәр йылытасаҡ. 11 ғинуарға тиклем көндөҙ -12, -14 градус булыуы фаразлана. 11 ғинуарҙан төндә термометр бағанаһы -25 градус билдәһен үтә, әммә һыуыҡ һауа торошо оҙаҡҡа бармай. Ай уртаһына һауа 0 градусҡаса йылына.
16 ғинуарҙа ямғыр яуыуы фаразлана. Һуңынан көндөҙ -10, -13 градусҡаса һәм төндә -17 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Артабан төбәккә тағы ла бер йылы тулҡын килә. Төнгө һәм көндөҙгө температура тигеҙләнә һәм -5 градус тәшкил итә. Ай аҙағында бер аҙ һыуытыу ихтималлығы бар.