

15 йәшлек ике үҫмер лифтҡа инеү менән ҡапыл аҫҡа осҡан. Лифттың килеп төшөүенән подвалдағы эҫе һыулы торба тишелгән хатта. Балалар эҫе боҫҡа саҡ бешмәгән, бик хәүефле хәлгә ҡалғандар. Ярай әле, юғарынан ҡоламағандар...
Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп еткән. Табиптарҙы ла саҡыртҡандар - үҫмерҙәр зыян күрмәгән.
Хәҙер идарасы компанияны прокуратура тикшерә.
Лифтта тыныс, тип әйтеп булмай. Иҫкергән ҡоролмалар йыш ҡына үҙен күрһәтә. Аллам һаҡлаһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.