Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, төбәктә спортҡа һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу бәләкәстән тәрбиәләнә.
"Гүзәл" балалар баҡсаһында балаларҙы ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләгәндәр. Һәм һөҙөмтәләр яҡшы булған - малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренә тейешле күрһәткестәргә өлгәшкән.
Бәләкәстәр йүгергән, һикергән - һис тә һынатмаған.
Балалар баҡсаһы мөдире Алһыу Байсарова әйтеүенсә, ГТО фестивалендә ҡатнашыу ул нормативтар тапшырыу ғына түгел, ә ихтыяр көсө тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Былар барыһы ла Рәсәйҙә спортты үҫтереү программаһы һәм "Оҙайлы әүҙем тормош" милли проекты маҡсаттарына тура килә.