Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2025, 10:05

12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө

Ул – дәүләт кимәлендәге иҫтәлекле дата.

12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө
12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө

1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тауыш биреүе менән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителә. Уның киләһе йылына, йәғни 1994 йылдан (“Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы тураһында” һәм “12 декабрҙәге ял көнө тураһында”ғы Президент указдары менән) 12 декабрь дәүләт байрамы булараҡ билдәләнә башлай. 2005 йылдан иһә ул ял көнө түгел (2004 йылда РФ Дәүләт Думаһы депутаттары РФ Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә), ә иҫтәлекле дата ғына булып ҡалды.

Белеүегеҙсә, 2020 йылда Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында тауыш биреү үтте. Халыҡтың 77,92 проценты (һайлауға килгән) хупланы. Конституцияның яңы редакцияһы 2020 йылдың 4 июлендә ғәмәлгә инде.

Әйткәндәй, РФ Президенты инаугурация ваҡытында ҡулын Конституция китабына һалып ант бирә. Уның тексы 82-се статьяла билдәләнгән. Был айырым баҫма Кремлдә, Президент Хакимиәте китапханаһында, һаҡлана.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас