«Салауат районының Мәсетле урта мәктәбенең ярҙамсыл балалары хаҡында булыр һүҙем. Физкультура уҡытыусыһы Илнур Нурыев етәкселегендә 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары – Солтан Жианғәлин, Сыңғыҙ Латипов Һәм Артур Ғирфанов Ахун ауылында йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе Зәйнәп Миндияр ҡыҙына хужалығында ярҙам күрһәткәндәр. Йәш тимуровсылар ихатаны таҙарта, таҡта өйә, артыҡ төҙөлөш материалдарын бер урынға йыйып һала.
Хужабикәнең улы Илмир – махсус хәрби операцияла ҡатнаша, былтыр РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндә ике тапҡыр яралана, уң ҡулын юғалта.
«Яҡташтарыбыҙға ярҙам итә алыуыбыҙға шатбыҙ.Барыһын да Еңеү менән көтәбеҙ», — ти балалар. Сауаплы эше өсөн «Афарин!» тибеҙ уларға!»- тип яҙған Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.