Үткәндәрҙең асы хәтирәһен
Һабаҡ итеп алып үҙемә
Һис бер шикһеҙ,бары өмөт менән
Ҡарар инем донъя күҙенә...
Дөрөҫтө һәм дөрөҫ түгеллекте
Күҙ ташлауға теүәл айырып
Ғүмер итер инем яңлышмайса,
Һиҫкәнмәйсә артҡа боролоп.
Саф хистәрем менән наҙға күмеп
Тиң йәремде һөйөп- яратып,
Йәшәр инем бер ҙә хаталанмай.
Яҡты моңдар Ергә таратып.
...Ғүмерҙәрҙе һорап алып булмай.
Һорап китеп булмай донъянан
«Йәшәп ҡарайым» тип йәшәп булмай
Тик бер ғүмер яҙған Хоҙайҙан...
Хәлисә Ширмән