Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2025, 15:20

Киске аштан һуң саҡ үлмәгән

Уға табиптар ашығыс ярҙам күрһәтә һәм көскә ҡотҡарып ҡала.

Киске аштан һуң саҡ үлмәгән
Киске аштан һуң саҡ үлмәгән

Ашығыс ярҙам стационарына ҡапыл тын ҡыҫылыуы һәм тын алыуы ҡыйын булыуын белдереп пациент мөрәжәғәт итә. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

 Ҡатын хәле киске аштан һуң насарланыуын әйтә. Уны шунда уҡ фиброгастродуоденоскопияға ебәрәләр, унда  табип тын юлдарын өлөшләтә ҡаплап торған сит әйбер булыуын әйтә.

 Малаяҙ Үҙәк район дауаханаһы белгестәре тын юлына ҡыҫылып ҡалған лавр япрағын сығара, һәм ҡатын шунда уҡ үҙен яҡшыраҡ тоя башлай.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас