

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 11 декабрҙә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, төньяҡ-көнбайышта буран сығасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы -7,-12°тәшкил итәсәк.
Йома, 12 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, төньяҡта уртаса, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11°, аяҙытҡанда -16°, көндөҙ -2, -7°.
Шәмбе, 13 декабрҙә, ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары булыуы фаразлана.
Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10°, көндөҙ -1, -6°.