Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабря 2025, 08:25

Шок! Күршеһен туҡмап үлтергән

Зыян күреүсе төрлө йәрәхәттәрҙән урында йән бирә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шок! Күршеһен туҡмап үлтергәнШок! Күршеһен туҡмап үлтергән
Шок! Күршеһен туҡмап үлтергән

Өфөнөң Калинин район суды үлтереү эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. 47 йәшлек ир күршеһенең үлемендә ғәйепле тип табылған.

Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың апрелендә күршеләр араһында конфликт сыға. Бәхәстең сәбәбе –тәртипһеҙлек.

Ике күрше араһында ыҙғыш сыҡҡас, уларҙың береһе ҡул көсөн ҡуллана һәм оппонентына   18 тапҡыр һуға.

Һөҙөмтәлә алған йәрәхәттәренән зыян күреүсе енәйәт урынында вафат була.

Ир үҙенең ғәйебен танымай.

Суд уны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 10 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә.

Автор:Гөлнара Солтанова