

«Башҡортостан» полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының операция-бәйләү взводының өлкән шәфҡәт туташы Эльвира Сираева республиканың ЦУР-ы һәм БСТ телеканалы булдырған «Ғорурланырға сәбәп» проекты сығарылышы геройы булды.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының махсус хәрби операцияға юлланыуы үҙе үк тиңһеҙ батырлыҡ. МХО-ла «Луна» позывнойын алған шәфҡәт туташы утыҙ йылға яҡын Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында "Ашығыс ярҙам" фельдшеры булып эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас, табиптар бригадаһы составында Эльвира Сираева Луганск республикаһына йүнәлә.
Шәфҡәт туташы әйтеүенсә, ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм яугирҙарҙың рәхмәте — ысын күңелдән башҡарылған эшенә оло баһа.
-"Башҡортостан" полкында хеҙмәт итеүем менән ғорурланам. Беҙ һәр ваҡыт республика етәкселегенең һәм халҡының ярҙамын тоябыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!- ти сая йөрәкле шәфҡәт туташы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Эльвира Сираеваға "Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.