Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабря 2025, 06:35

Мәктәп музейында - хәрби техника күргәҙмәһе

Башҡортостандың Салауат ҡалаһындағы 19-сы мәктәптә бик матур музей эшләй. Ошо көндәрҙә унда балалар эшләгән моделдәр экспозицияһы асылған.

Мәктәп музейында - хәрби техника күргәҙмәһеМәктәп музейында - хәрби техника күргәҙмәһе
Мәктәп музейында - хәрби техника күргәҙмәһе
"Йәштәр һәм балалар" милли проектының "Беҙ бергә" төбәк проекты маҡсаттарына тура килгән был сара йәш ҡул оҫталарының илһөйәрлеген дә күрһәтә.
5-се класс уҡыусылары үҙ ҡулдары менән хәрби техника моделдәрен яһаған. Әлбиттә, эшкә тотонорҙан алда малайҙар күп уҡыған, машиналарҙы өйрәнгән, тарихҡа байҡау яһаған.
Музейға һәр кем килеп ҡарай ала, ти ойоштороусылар. 
Мәктәп музейында - хәрби техника күргәҙмәһе
Мәктәп музейында - хәрби техника күргәҙмәһе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас