Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2025, 11:45

"Бурысыбыҙ – балаларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү"

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев «Салют» реабилитация үҙәгендә булды. Уның маҡсаты – үҙәктә парламент ҡабул иткән ҡануниәт нормаларының ғәмәлгә ашырылыу барышы менән танышыу.

"Бурысыбыҙ – балаларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү"
"Бурысыбыҙ – балаларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү"

– Беҙҙең бурыс – реабилитация үткән балаларға социалләшергә, үҙҙәренең кәрәкле булыуын тойорға һәм йәмғиәттә башҡалар менән тиң йәшәү һәм эшләү мөмкинлеген алырға ярҙам итеү, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе. Константин Толкачев үҙәк менән яҡынданыраҡ танышты, уны учреждение директоры Милана Скоробогатова оҙатып йөрөнө.
2024 йылдың октябрендә асылған "Салют" үҙәге стационар формала (21 көнлөк курс) һәм көндөҙгө стационарҙа (14 көнлөк курс) реабилитация үткәрә.
Парламент етәксеһе йәш пациенттарҙың ата-әсәләре менән дә осрашты. Улар күмәкләп бында күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, шул иҫәптән инвалид балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Сығанаҡ, фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай

"Бурысыбыҙ – балаларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү"
"Бурысыбыҙ – балаларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү"
"Бурысыбыҙ – балаларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү"
"Бурысыбыҙ – балаларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү"
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас