Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2025, 15:50

Ватан геройҙарына арнап

Бөгөн  Өфөләге «Торатау» конгресс-холында Ватан геройҙары көнөнә арнап, «Ватанға хеҙмәт итәм» форумы асылды.

Ватан геройҙарына арнап
Ватан геройҙарына арнап

Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторған сара республикалағы  МХО ветерандарын йыйҙы.  Улар өсөн төрлө майҙансыҡтарҙа  «түңәрәк өҫтәл»дәр, психологик практикумдар, лидерҙар мәктәбе эшләне, социаль фонд, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы , «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы  вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелде, төрлө табиптар ҡабул итте.

   Йәштәр «Батырлыҡ тауышы» проектында үҙ тарихтары менән уртаҡлашты.Үҫмерҙәр өсөн әҙерләнгән балалар илһөйәрҙәр академияһы эшендә ҡатнашырға 20 райондан йәш армеецтар килгәйне. Улар  Ильяс Батыргәрәевтың «Геройҙар тауышы:  йәштәр Ватанға хеҙмәт тураһында» тапшырыуын ҡараны.

Һуңынан махсус операция геройҙары – Артур Ғәлиев, Руслан Кәримов,  Лилиә Ғәлиева менән  осрашыу үтте. Балалар һәм ҡыҙҙар уларҙың сығыштарын ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.

Иң тулҡынландырғыс мәл балаларҙы йәш армеецтар сафына ҡабул итеү булғандыр. Улар Ватанға тоғро булырға ант бирҙе, Рәсәй Федерацияһының патриоттары һәм лайыҡлы граждандары булырға, йәш армеец исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөргә вәғәҙә итте. Сара һуңынан күмәкләп фотоға төштөләр.

 Форумда шулай уҡ музейҙар күргәҙмәләре, сәнғәт галереялары, ирекмәндәр ойошмалары һәм оҫтаханалар эшләне.

Кис Ватан геройҙарын III Асыҡ төбәк-ара патриотик фестивале концерты көтә.

Ватан геройҙарына арнап
Ватан геройҙарына арнап
Ватан геройҙарына арнап
Ватан геройҙарына арнап
Ватан геройҙарына арнап
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас