Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2025, 16:50

Аҡса түләп үтәсәкбеҙ

Илеш районындағы әһәмиәтле юл түләүле буласаҡ.

Аҡса түләп үтәсәкбеҙ
Аҡса түләп үтәсәкбеҙ

М - 12 трассаһының "Исәмәт - Әсән" өлөшөндә (1148 - 1211-се км) юл хаҡы еңел автомобилдәр һәм мотоциклдар өсөн 325 һум тәшкил итәсәк. Микроавтобустар - 456, ҙур транспорт 586 һумға үтәсәк. Түләүле тариф 12 декабрҙән индерелә. Юлдың оҙонлоғо сама менән 65 саҡрым.

Йыйылған аҡса юлды тәртиптә тотоуға (хәүефһеҙлек, ремонт, инфраструктураны үҫтереү һ.б.) йүнәлтеләсәк.

Фото: пресс-служба "Автодор".

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас