

Йәкшәмбе кискеһен Өфө - Инйәр - Белорет юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, хәбәр иткән инек. Ата-әсә һәм биш бала ултырған "Лада" "йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Ғаилә башлығы урында һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн төндә үтә ауыр хәлдәге кескәй пациент та үлгән. Ике баланың хәле ҡәнәғәтләнерлек, уларҙы республика балалар клиник дауаханаһына күсереү планлаштырыла.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Әйткәндәй, бөгөн иртән Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында көслө ҡар яуыуына бәйле транспорт хәрәкәте ябылды.