

Башҡортостан башлығы уларға корпоративтар үткәреүҙе тыйҙы. Сәбәбе - махсус хәрби операция. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, дәүләт хеҙмәткәрҙәре бер-береһен ҡотлай ала, әммә олоғара байрамдар ойоштормаҫҡа ҡушты.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, чиновниктарҙың бурысы - үҙеңә түгел, ә халыҡҡа байрам үткәреү. "МХО барғанда байрам ҡайғыһы юҡ. Халыҡ беҙҙе аңламаясаҡ. Һуғыш тамамланасаҡ һәм яҡшы байрам ойошторорбоҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.