

Был юлы ла миндәге үҙгәреш, ҡайғыртыусан хеҙмәттәштәремдең күҙенә эләкмәй ҡалманы. "Һиңә нимә булды ошо арала?" "Төҫөң юҡ!" "Ныҡ ауырыйыңмы әллә?" "Дауаханаға бар" ошондай һүҙҙәр һәр береһенең ауыҙынан сыҡҡандыр. "Бар ҡайтып ятып тор",- тине береһе. Юҡ! Миңә бөгөн өйгә ҡайтырға ярамай! Бөгөн аҙнаның һуңғы эш көнө. Ауылға ҡасырға, туғандарға китергә!
Эш аҙағын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Магазинға инеп күстәнәс кенә алдым да, тура автовокзалға киттем. Ауылға бара торған автобусты көтөп ултырған арала таныштар күҙенә салынмаҫҡа тырыштым. Бер нисә көн йоҡоһоҙ төн, уйланыуҙар үҙенекен итте. Битем, күҙҙәрем шешмәкләнде, арығаным йөҙөмә сыҡҡан. Бына ауылға еттем. Таныш өй. Туғандарым минең килеүгә һәр ваҡыт шат. Был юлы ла ихлас ҡаршы алдылар. Киске аш ашағас, урын һала башланылар. Ҡышҡы көн ҡыҫҡаҡ шул. Миңә иң төптәге йоҡо бүлмәһенә урын һалынды. Туғанымдың бәләкәс ҡыҙын үҙем менән бергә йоҡлауын һораным. Ул шатланып риза булды. Бына ҡыҙым менән бергәләп киң карауатта бергәләп ятабыҙ. Күңелем тыныс бөгөн. Өй тулы кеше, күрше йоҡо бүлмәһендә лә, залда ла йоҡларға яттылар. Туғандарымдың балаларының шау - шыуы ишетелә әле. Кемеһелер мыжый, кемеһелер иртә ятҡанға ризаһыҙлыҡ белдереп илауыллай. Мин дә ҡыҙымды ҡосағыма алып, йылы юрған аҫтына сумам. Күңелемә шул тиклем рәхәт. Ниһәйәт, барлыҡ ҡурҡыныстар артта ҡалды. Рәхәтләнеп йоҡлап киткәнмен. Бына бер ваҡыт ҡыҙым менән минең араға ипләп кенә теге йән эйәһе килеп ятты. Килеп ятыу менән ҡулдарын яурынға һалды, яйлап иңбашҡа төшөрҙө. Үҙенән шул тиклем йылылыҡ һирпелә. Хәҙер инде мин дә аҡыллы. Теге белгән генә "Фатиха" сүрәһен эстән уҡый башланым. Уйҙар менән генә "тегенең" менән һөйләшәбеҙ. Нисә көн инде шулай. Мин уйлап өлгөрмәйем, ул яуабын да әйтеп ҡуя. Әле лә, “Мин һиңә нисәнсе тапҡыр әйтәм, һөйләшмә минең менән ул телдә! Беҙ ул телдә һөйләшмәйбеҙ. Мин һиңә рәхәт булһын тип тырышам, ә һин ошо рәхәтлекте юҡҡа сығараһың”. Уның һайын белгән генә доғамды шәберәк уҡыйым, йышыраҡ ҡабатлайым. "Йән эйәһе"нең ауыр тын алғаны, борғаланыуы һиҙелә. Бына һиҙеп ятам, яйлап эргәмдән шылды, яйлап юҡҡа сыҡты. "Оҡшатҡайным. Ныҡ оҡшағайның миңә. Башҡаса һиңә килә алмайым инде", - тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай.
- Шунан, башҡаса килмәнеме?,-тием мин әңгәмәсемә.
- Әйтергә онотоп ултырам, мин бит яйлап сүрәләр уҡый башланым. Мәсеткә барып ҡайттым. Ошоға тиклем ауырлыҡ менән уҡыған аяттарым хәҙер еп - еңел уҡыла. Әле иртәнге намаҙҙы уҡый башланым. Биш намаҙымды ҡалдырмаҫҡа уйым бар. Ярар әле, эсеп йөрөгән ҡатын - ҡыҙ түгелмен. Ул саҡта араҡы һаҙлығына бата инем. Батыу ғына түгел, ул "ен ир" менән әле лә йәшәп ятыр инем. Бер уйлаһаң, мин бит ул йән эйәһенә өйрәнеп тә бара инем. Ысын, уның иркәләүен, наҙлауын һағынып этләндем. Хәҙер оноттом инде, намаҙ уҡыйым, үҙ өйөмдә генә түгел, кеше өйөндә лә рәхәтләнеп йоҡлайым. Элегерәк дин юлына баҫмағаныма ғына үкенәм. Ярар, был донъяла үкенергә ярамай, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Барыһы ла яйланды, Аллаға шөкөр!
Шөкөр, мин дә таныш ҡатын өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Ярай әле, барыһы ла яҡшы тамамланған.
Райхана Булатова.