Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2025, 11:30

Картағыҙға килгән аҡсаны кире күсермәгеҙ!

 Мутлашыусылар рәсәйлегә аҡса күсереп, һуңынан кире ҡайтарыуҙы һорай, һөҙөмтәлә ул кеше  енәйәти  схемаға эләгә. 

Картағыҙға килгән аҡсаны кире күсермәгеҙ!
Картағыҙға килгән аҡсаны кире күсермәгеҙ!

  Mash Астраханда булған хәл тураһында хәбәр итә. Күп балалы әсәнең ошо рәүешле мутлашыусыларға ярҙам иткән өсөн алты йылға колонияға эләгеүе ихтимал.   Ҡатын   картаһына яңылыш күсерелгән 40 мең һум аҡсаны, ниндәйҙер енәйәти схемала ҡатнашыуын күҙ алдына ла килтермәй, кире ҡайтарған.   Һуңынан уның иҫәбен япҡандар, ә үҙе 1,5 млн һумға мутлашыу тураһында енәйәт эшенең фигуранты була. Ошо сумманың ниндәйҙер өлөшө уның картаһы аша үтеү сәбәпле, уның был енәйәт эшендә ҡатнашлығы бар, тип баһалана.

 Бындай хәлгә юлыҡмаҫ өсөн, картағыҙға килгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һораһалар, кире күсерә күрмәгеҙ! Иң яҡшыһы – банкка мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас