Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2025, 13:15

Бөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсе

Әле ошо көндәрҙә генә район үҙәгенә Иҫке Мөсәт һәм Ғәләкбәрҙән мунсалар алып килгәндәр.

Бөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсеБөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсе
Бөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсе

   —   Махсус хәрби опреацияла йөрөүсе егеттәргә бар хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыусы райондаштарыбыҙ бихисап. Яңыраҡ ҡына ҡоролмалар, блиндаждар төҙөү өсөн 25 кубометр таҡта оҙатылһа, һәр ауылда маскировка селтәре үреү, блиндаж шәме эшләү буйынса эштәр әүҙем бара. Ә МХО-ға мунса эшләп оҙатыу буйынса район республикала тәүге урынды биләй,  — тип хәбәр итәләр "Таң" район гәзитенең сайтында.

  Иҫке Мөсәт ауылының егеттәре - шәхси эшҡыуар Данир Муллағәлиев, Динар Муллағәлиев һәм Илназ Бикмөхәмәтов быйыл  икенсе мунсаны эшләп тапшырҙы.

-Иҫке Мөсәт егеттәре эшләгән мунсаны үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Бик ыҡсым, ҡулайлы итеп эшләнгән.  Был өс егеткә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, шәп кешеләр.

Әле тағы ла Иҫке Собханғолда һәм Ҡыпсаҡта мунсалар эшләнеү өҫтөндә. Йәмғеһе 32 мунса әҙерләгәнбеҙ, - ти район Ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев.

Ғәлиәкбәр ауылының ир-егеттәре лә икенсе мунсаны тамамлап ҡуйған. Бағыусылыҡ ярҙамын Михаил Косарев күрһәтһә, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре  Рамаҙан Аҫылғужин, Илшат Әминев, Илһам Байғазин, Илфаҡ Байғазин, Хәйҙәр Бикбаев, Илфат Ҡаһарманов, Таһир Сөләймәнов, Руслан Исламбаев, Ғәзим Ишбаев, Әнис Дилмөхәмәтов, Руслан Әхтәмов мунсаны төҙөү эштәрен башҡарған. Руслан Әхтәмов шулай уҡ профилдәр алып килһә, Артур Халиҡов ташлама менән тимер, профилдәр алып ҡайтҡан. Ауылдың ағинәйҙәре һәр ваҡыттағыса изге эштән ситтә ҡалмаған – мунса эсенә кәрәк-яраҡ әҙерләгән. МХО яугирының атаһы Ҡорбанғәле Ҡаһарманов һәм Марат Йәнғәлин газ баллондары, мунса өсөн һауыт-һаба тапшырған.

 Автор: Айгүзәл Уразаева.

Бөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсе
Бөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсе
Бөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсе
Бөрйәндәр МХО-ға мунса эшләү буйынса беренсе
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас