Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2025, 15:40

Академияла — Асыҡ ишектәр көнө

Бөгөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Асыҡ ишектәр көнө үтте.

Академияла — Асыҡ ишектәр көнөАкадемияла — Асыҡ ишектәр көнө
Академияла — Асыҡ ишектәр көнө

 Һөнәр һайлау алдында торған сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн бындай саралар бик мөһим. Ул уҡыу йорто менән яҡындан танышырға, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар табырға мөмкинлек бирә.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры Илдус Сыңғыҙов әйтеүенсә,  Асыҡ ишектәр көнө  – ул  йыл да үткәрелеп килгән сара. Уның төп маҡсаты –  буласаҡ студенттарҙы  уҡыу йорто һәм уның белем биреү программалары менән таныштырыу.    

Илдус Юлай улы вузда бюджет һәм түләү нигеҙендә белем алыу мөмкинлеген һәм  юриспруденция, иҡтисад, психология йүнәлештәренең идарасы кадрҙар әҙерләү менән бәйле булыуын  билдәләне.

  – Академия дүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары менән тығыҙ бйәләнештә эшләй. Студенттар министрлыҡтарҙа, дәүләт комитеттарында һәм  район, ҡала хакимиәттәрендә практика үтә, – тине ул. – Был иһә студенттарға дәүләт структураларында эшләү тәжрибәһен тупларға һәм артабан эшкә урынлашырға ярҙам итә.

 Асыҡ ишектәр көнөнә бик күп уҡыусылар һәм студенттар килгәйне. Сара Академия студенттары әҙерләгән интерактив уйындан башланды.  Шулай уҡ йәштәр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто менән танышты.  Уларға мөһим закондар ҡабул ителгән залда  үҙҙәрен депутаттар ролендә хис итеп ҡарау мөмкинлеге бирелде.

БР Дәүләт Йыйылышы секретариаты етәксеһе урынбаҫары, шул уҡ ваҡытта  25 йыл Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында студенттарға белем биреүсе  юридик фәндәр кандидаты, Нәүфәл Йәнбухтин  сарала ҡатнашыусы йәштәрҙе сәләмләп:

  • Асыҡ ишектәр көнө һеҙҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә бик иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының республика вуздары араһында берҙән-бер академия булыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Беҙҙең академияны тамамлаған студенттар район, ҡала хакимиәттәрендә, министрлыҡтарҙа эшләй. Әгәр ҙә бында уҡырға инергә ҡарар итһәгеҙ, был хаҡта бер ҡасан да үкенмәҫһегеҙ. Академияла алған белем һәм тәжрибәнең   артабанғы профессиональ үҫешегеҙҙә файҙаһы ҙур булыр, – тине.  

11-се  синыф уҡыусыһы Айгөл киләсәктә  психолог булырға хыяллана. Шул уҡ ваҡытта дәүләт структураларында эшләү мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡһына. “Бөгөнгө Асыҡ ишектәр көнө бик оҡшаны. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таптым.  Ғөмүмән, уҡыу йортон барып күреүҙән генә лә бик күп мәғлүмәт алырға була”, – ти ул.

Фото:Автор фотоһы. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас