«hалдат язмышы»
Сыҡты егет юлға яуға,
Киләсәккә юл асырға.
Китте батыр оло юлға,
Илен Уралын һаҡларға.
Туғандарына һүҙ биргән,
Юғалмайса ҡайтам, тигән.
Ҡайта алмаһам мин тиҙҙән,
Ғәфү итегеҙ һеҙ, тигән.
Ниңә яҙмыш шулай икән?
Яҡындар ник китә икән?
Әллә Хоҙай үҙ янына
Кинәт алып китәме икән?