

- Беҙ беҙгә мөрәжәғәт иткән һәр кемде тыңларға әҙербеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы геройҙарының ғаиләләре менән осрашыуҙар – уларҙың батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт белдереү, шулай уҡ уларҙың яңғыҙ түгеллеген күрһәтеү мөмкинлеге. Беҙ был эште дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Осрашыуҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы Александр Окатьев, полиция полковнигы, «Геройҙар ваҡыты» федераль кадрҙар проектында ҡатнашыусы Марат Сибаев, Салауат ҡала округы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафтимова, хәрби-һауа көстәре ветерандары, һәләк булған махсус хәрби операция геройҙарының ата-әсәләре ҡатнашты.
Сара йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Гөлнур Ҡолһарина «Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының «Ватанды һаҡлаусы атаһы» төбәк бүлексәһенең йәмәғәт миҙалын Заһир Хәбир улы Әҙиәтовҡа тапшырҙы. Заһир Хәбир улы Салауат ҡалаһында йәштәргә патриотик тәрбиә эштәре алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша, ирекмәндәргә ярҙам күрһәтә. Уның улы Вадим Заһир улын өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға саҡыралар. Егет 2023 йылдың февралендә һәләк була һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
Шулай уҡ миҙал менән Валерий Баурас бүләкләнде. Уның улы Андрей махсус операцияла ҡатнаша, 2022 йылдың июлендә батырҙарса һәләк була. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Салауат ҡалаһының 21-се мәктәбендә Андрей Баурас хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылған. Валерий Леонидович патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам итә.
Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» миҙалы Венера Заһит ҡыҙы Сафикановаға тапшырылды. Ул махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа, шулай уҡ йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Улы Альберт 2022 йылдың октябрендә махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ул Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
«Ҡатын – ҡыҙ-милләт әсәһе» миҙалы менән Лира Сафиканова ла бүләкләнде. Уның улы Денис Ғәлинур улы махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Батырлыҡ ордены һәм үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены тапшырылған. Лира Зәйнулла ҡыҙы ҡала тормошонда һәм МХО-ға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса акцияларҙа ҡатнаша. Үҙенең миҫалы менән ул йәштәргә ихтыяр һәм рух көсөн күрһәтә.
Әүҙем гражданлыҡ позицияһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәткәне өсөн Гөлнур Ғәлинур Ҡыҙы яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индергән ҡала халҡына рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шулай уҡ был көндө Салауатта ауыр яраланған дүрт яугир Анатолий Дзюбе, Дмитрий Иванов, Рөстәм Күсәрбаев, Азамат Үтәгәновҡа адаптив кейем комплекттары тапшырылды.
Адаптив кейем 2025 йылдың яҙында техник реабилитация саралары исемлегенә индерелде.
Уларҙың һәр береһе 12 позицияны үҙ эсенә ала. Фондтың республика филиалы ярҙам күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итеүен дауам итә. Әлеге ваҡытта 164 ғариза бирелгән, 29 ветеран кәрәкле комплекттар алған да инде. Йыл аҙағына тиклем тағы 27 ветеранды тәьмин итеү планлаштырыла. Хеҙмәт ғариза биреү принцибы буйынса күрһәтелә.