Башҡортостан нефтселәре «Экологик именлек» милли проекты буйынса мөхитте һаҡлауға бәйле эште эҙмә-эҙлекле алып бара. Йылға-күлдәрҙә балыҡ үрсеүенә булышлыҡ итеү ҙә - ошо эштең бер өлөшө.
Ағымдағы йылда республикабыҙҙың Ағиҙел һәм Өфө йылғаларына, Татарстандың Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына, Архангель өлкәһенең Онега күленә 267 мең уҡбалыҡ һәм бағыр селбәрәләре ебәрелгән. Ә июлдә ХМАО биләмәһенән аҡҡан Обь йылғаһына 56 мең мускун балығы селбәрәһе төшөрөлгән. Был эштәр "Росрыболовство" белгестәре күҙәтеүендә башҡарылған.