

Башҡортостан менән Үзбәкстан тарихи мираҫты һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк.
– Ярты йыл элек эш сәфәре менән килгәнемдә төҙөлөш барған комплекстың тышҡы йөҙө менән генә танышҡайным. Ул саҡта уҡ һоҡландырғайны. Әле үҙәк рәсми рәүештә асылмаған, шулай ҙа инеү мөмкинлегем булды. Әлбиттә, шаҡ ҡаттым – бындай бөйөк нәмәне үҙ ғүмеремдә күргәнем юҡ. Ташкентта тағы бер туристик ынйы барлыҡҡа килеүенә бик шатмын. Уны күреү өсөн килергә була, – тип һоҡланыуын йәшермәне Радий Хәбиров. – Ислам цивилизацияһы үҙәгенең төп маҡсаты – исламдың ысын кешелеклелек һәм мәғрифәтселек асылын күрһәтеү. Был айырыуса йәш быуын өсөн мөһим. Исламға тиклемге зал артефакттары һоҡландырҙы. Комплекс асылыу менән әүҙем хеҙмәттәшлекте башлаясаҡбыҙ.
Әйткәндәй, был үҙәк төҙөлөшөнә 2018 йылда, Ғәйет байрамы көндәрендә Үзбәкстан Президенты Шәүкәт Мирзиёев башланғысы менән нигеҙ һалына. Бында тикшеренеү бүлектәре, һирәк ҡулъяҙмалар фонды, китапхана, архив, оҫтаханалар, лаборатория, конференциялар залы бар. Иң төп өлөшө – Изге Ҡөрьән залы. Унда һирәк баҫмалар тупланасаҡ.
Фото: Радий Хабиров, вк.