Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2025, 16:00

Ауыр ҡайғы килгән саҡта

Ауыр ҡайғы килгән саҡта әгәр Күҙҙәремдән йәштәр тапмаһаң; Башты түбән эйеп ҡатып ҡалмай, Теште ҡыҫып алға атлаһам,

Ауыр ҡайғы килгән саҡтаАуыр ҡайғы килгән саҡта
Ауыр ҡайғы килгән саҡта

Юҡ, рәнйетмә мине, таш бәғер тип,
Тормош үҙе шулай өйрәтте.
Баш эймәҫлек итеп ҡайғы алдында
Таштан ҡаты итте йөрәкте.

 

Кескәй ҡыуаныстар килгәндә лә
Күҙҙәремдә йәштәр күренһә,
Таңғы ысыҡ кеүек ике тамсы
Керпегемә ҡушылып үрелһә,

 

Ғәжәпһенмә һис тә - һәр шатлыҡты
Шулай тоям, шулай кисерәм,
Ҙур ҡайғыға башты эймәһәм дә,
Кескәй шатлыҡтан да иҫерәм.

 

Ғәжәпһенмә, мине кесе йәштән
Тормош үҙе шулай өйрәтте:
Ерҙең наҙын нығыраҡ тойор өсөн
Йомшаҡ итте минең йөрәкте.

 

Рауил Шаммас.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас