

Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә махсус почта йәшниктәре ҡуйылған.
Хаттарҙы «162390, Ҡыш Бабай йорто, Бөйөк Устюг, Вологда өлкәһе» адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Яуап алырға теләһәгеҙ, кире адресты һәм индексты күрһәтелергә тейеш. Ҡыш бабайға хатты ғәҙәти почта йәшниктәренә лә төшөрөргә мөмкин.
Ҡыш бабайға үтенестәр һәм теләктәр яҙылған корреспонденция 15 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Былтыр балалар Бөйөк Устюгҡа 200 меңләп хат ебәргән булған.