Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2025, 05:00

Яугирға пластик операция яһалды

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы менән «Эндо- Мед» клиникаһы араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә  Өфөлә махсус хәрби операция ветеранына бушлай тәүге пластик операция яһалды.  

Яугирға пластик операция яһалдыЯугирға пластик операция яһалды
Яугирға пластик операция яһалды

 

Клиниканың баш табибы Лейсән Изотова яугирҙарға хәйриә операцияларын үткәреү тәҡдиме менән сыға. Уның был ниәтен  пластик хирург, клиника директоры Артур Гасаев та хуплай.

"Лейсән Динисовна менән аралашҡандан һуң икенсе көндө үк мин йөҙө янған яугир менән осраштым. Уға Мәскәүҙә туғыҙ операция яһатырға тура килгән. Мин үҙем дә яугирға ярҙам итә алыр инем, тип уйланым. Шулай итеп «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы менән хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килде. Беҙгә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина ярҙам итте. Айына бер тапҡыр клиникала йөҙө йәрәхәтләнгән  яугирҙарға бушлай операция яһарға һөйләштек", - тип һөйләй Артур Гасаев.

Беренсе пациент - Стәрлетамаҡтан Вячеслав Андреев. Махсус хәрби операцияға ул өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыла. Донецк йүнәлешендә, артиллерияла хеҙмәт итә, бер йылдан, контрактҡа ҡул ҡуйғас, пехотаға күсә. 2024 йылдың майында яралана. Эргәһендә генә дрон шартлай. Күп һанлы ярсыҡтар тәненә үтеп инеп, уны яралаһа ла Вячеслав аптырап ҡалмай, үҙенә ярҙам күрһәтә һәм ҡан ағыуын туҡтата. Үҙен тәүҙә Ростов госпиталенә, ә һуңынан Мәскәүгә нисек күсереүҙәре тураһында яугир ғәҙәти тарих кеүек һөйләй. Хәрби госпиталдәрҙә уға ҡан ебәреп, йөҙөндәге , тәнендәге  ярсыҡтарҙы алалар. Бындай киҫкен хәлдәрҙә хирургтар эстетика тураһында түгел, ә яугирҙы ҡотҡарыу тураһында хәстәрлек күрә. Башында ярсыҡтар ҡалғас, уныһы эренләп шешә башлай. Ул саҡта уға баш һөйәгенә пластиналар ҡуйыу, зарарланған күҙҙе сығарыу һәм протезлау буйынса тағы бер нисә операция кисерергә тура килә. Был операциялар яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, әммә йөҙөндә йәрәхәттәр ҡала. 33 йәшлек ирҙең йәрәхәттәре үҙен ышаныслы тойоуға ҡамасаулай. Әлегә тиклем ул тәнендә ғүмеренә ҡурҡыныс янамаған ярсыҡтарҙың бер өлөшөн йөрөтә.

«Операциянан һуң мин бер урында ултырмаясаҡмын. Һөнәрем буйынса  инженер-энергетикмын, артабан да эшләргә, аралашырға, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә теләйем. Табиптар һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ярҙамында миңә үҙ-үҙемә ышаныс табыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Дөйөм алғанда, социаль координаторҙар бер ҡасан да беҙҙе проблемалар менән яңғыҙ ҡалдырмай, үҙҙәре шылтырата, яңы ярҙам саралары, яңы программалар тураһында хәбәр итә, уларҙы алырға ярҙам итә, сараларға саҡыра», - тип уртаҡлаша Вячеслав Андреев.

Операция алдынан яугирға тикшереүҙәр үткәрелә, табиптар консультация бирә. Уға иҫке йәрәхәттәрҙе алып ташлау, атрофик участкаларға үҙ майын һәм туҡымаларын һурҙырыу тураһында ентекле аңлаталар.

"Беҙ яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә теләгән күп кенә ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шуларҙың береһе –пластик хирургия клиникаһы. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү нигеҙендә, беҙ һуғышта йөҙө йәрәхәтләнгән  ветерандарҙы  бушлай операцияларға ебәрәсәкбеҙ. Бөгөн беренсе операция үтте, бер нисә аҙнанан клиника икенсе яугирҙы ҡабул итергә әҙер. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгәндәргә ярҙам иткән бөтә партнерҙарыбыҙға рәхмәтлебеҙ», - тип  Гөлнур Ҡолһарина.

Клиника персоналы мәғлүмәте буйынса, йөҙ эстетикаһын тергеҙеү операцияһынан һуң тергеҙелеү осоро  бер нисә аҙна була. Ошо ваҡыт эсендә пациент табиптар күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.

Яугирға пластик операция яһалды
Яугирға пластик операция яһалды
Яугирға пластик операция яһалды
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас